Яңылыҡтар
25 Апрель 2023, 13:22

Аҡъярҙа мобиль пункт эшләй

ДОСААФ бинаһында урынлашҡан мобиль пунктта контракт хеҙмәте буйынса мәғлүмәт алырға мөмкин

Аҡъярҙа мобиль пункт эшләйАҡъярҙа мобиль пункт эшләй
Аҡъярҙа мобиль пункт эшләй

–Аҡъярҙағы ДОСААФ базаһында контракт буйынса хәрби хеҙмәткә кандидаттар һайлап алыу пункты эшләй.

Бында контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһынған граждандар хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү шарттары, кәрәкле документтар йыйыу, түләүҙәр һәм социаль гарантиялар тураһында мәғлүмәт ала ала. Беҙҙең бурыс–контрактниктарға йүнәлеш биреү, кәрәкле документтар менән ярҙам итеү.Артабан егеттәр хәрби комиссариатҡа йүнәлтелә.  Буласаҡ һалдаттарға  барлыҡ мәғлүмәттәрҙе еткереү маҡсатында ирекмәндәр ҙә эшләй башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта  контракт буйынса хәрби хеҙмәте мәсьәләләре менән граждандар  йыш мөрәжәғәт итәләр,–тине урындағы ДОСААФ бүлеге рәйесе Фаил Юлдашбаев.


ДОСААФ бинаһындағы мобиль пункттың эш ваҡыты иртәнге сәғәт 8.00-дән киске 19.00-гә тиклем. Шәмбе көнө 9.00-дән 13.00 сәғәткә тиклем

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас