Яңылыҡтар
23 Апрель 2023, 06:52

Гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә

.

Гуманитар ярҙам йыйыу дауам итәГуманитар ярҙам йыйыу дауам итә
Гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә

Гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә, дуҫтар.  Изге ғәмәлгә Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам күрһәтергә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

Хәйбуллалар махсус операцияның хәрби бурыстарын үтәгән яҡташтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итә: йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, гигиена саралары һәм аҡса йыялар. Шул аҡсаға яугирҙарға  техника һатып алалар.

Бөгөнгө көндә Аҡъярҙа гуманитар ярҙам йыйыр өсөн ике нөктә булдырылған. Улар “Нур” балалар һәм үҫмерҙәр клубында һәм “Ғаилә” үҙәктәрендә урынлашҡан.

Был эш һәр бер ауыл биләмәләрендә ойошторолған.  

Махсус хәрби операция башланғандан алып, бөтәһе  2 945 092 һумға яугирҙарга бөтәһе  15 гуманитар конвой оҙатылды.  Шуларҙың 300 мең һумы-район эшҡыуарҙарының өлөшө.

 

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас