Яңылыҡтар
21 Апрель 2023, 02:21

Ямғырлы ял көндәре көтә

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә...

Ямғырлы ял көндәре көтәЯмғырлы ял көндәре көтә
Ямғырлы ял көндәре көтә

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, йома, 21 апрелдә, Ураҙа байрамында, республикала һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.

«Урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +1, +6°, аяҙытҡанда -4°, көндөҙ иһә +13, +18°», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Шәмбе, 22 апрелдә, «көньяҡ» циклоны йоғонтоһонда республиканың күпселек райондарында күптән көтөлгән ямғыр яуа. Яуым-төшөм ваҡытында температура көндөҙ +8, +13° артмай.

Йәкшәмбе, 23 апрелдә, урыны менән ямғыр. Һауа температураһы көндөҙ йәнә +12, +17° тиклем күтәрелә.

 

Фото:Валерий Шахов.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас