

И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы студенттары Нияз Азаматов һәм Полина Шкарбуненко Өфө ҡалаһында, “Торатау” конгресс-холында Абилимпикс төбәк чемпионаты призерҙары булараҡ наградланды. Мәртәбәле сараға уларҙы остаздары Алсу Ҡәйепова оҙатып барҙы.
Студенттар “карвинг” компетенцияһы буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Бәйге һөҙөмтәһе буйынса Нияз икенсе, ә Полина 3-сө призлы урын яуланы.