Яңылыҡтар
21 Апрель 2023, 09:34

Бүребайҙан Таңсулпан Купцова –иң яҡшы волонтер

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов уның тураһында үҙ сәхифәһендә яҙҙы

Бүребайҙан Таңсулпан Купцова –иң яҡшы  волонтерБүребайҙан Таңсулпан Купцова –иң яҡшы  волонтер
Бүребайҙан Таңсулпан Купцова –иң яҡшы волонтер

“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2022” еңеүселәре тураһында яҙмамды дауам итәм. 

Тансулпан Купцова “Иң яҡшы йәмәғәтсе”  номинацияһы еңеүсеһе. Ул Бүребай ауылында йәшәй, урындағы клубта эшләй.  Ире менән алты бала тәрбиәләй. Таңсулпан Тельмановна  райондың иң әүҙем волонтерҙарҙың береһе. Фекерҙәш-дуҫтары менән  урман янғындары ваҡытында  ут һүндереүселәрҙе  ашатыу өсөн аҙыҡ-түлек  йыйып, ташыуҙа ярҙамлашты. Ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға ярҙам ҡулы һуҙалар.  Әле улар район ирекмәндәре менән берлектә махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусыларға ҡулдан килгән тиклем ярҙам итәләр. Һәр кемгә бөтә күңеле һәм йөрәге менән  ярҙамлашырға әҙер улар.

Рөстәм Шәриповтың Телеграм каналындағы сәхифәһенән алынды

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас