Яңылыҡтар
20 Апрель 2023, 17:43

Рух байрамына әйләнгән акция

Башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ

Рух байрамына әйләнгән акцияРух байрамына әйләнгән акция
Рух байрамына әйләнгән акция

Иртәнге сәғәт 11.00 тулыр-тулмаҫ Аҡъяр ауылы район мәҙәниәт йортона милли кейемдәрҙәге, милли биҙәүестәрҙәге кешеләрҙең ағылыуын  күреп,  бөгөнгө  башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһы һәм Милли кейемдәр көнө ысынында  рух байрамына әүерелеүен асыҡ тойомларға була ине.

 Үҙәк район китапханаһында «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2023» белем биреү акцияһы сиктәрендә,  диктант яҙыу майҙансығы булдырылды. Диктант Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылына арналып, башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Атайсалым – иң ҙур хазинам» тексты тәҡдим ителде. Ағинәйҙәр, китапхананың иң әүҙем китап уҡыусылары, башҡорт теле уҡытыусылары, педагогия хеҙмәте ветерандары, “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ойошмаларҙан йәмғеһе илленән ашыу кеше диктант яҙыуҙа берҙәм ҡатнашты.

Педагогия хеҙмәте ветераны Мәнәүәрә Бохарбаева ейәнсәре менән бергәләп диктант яҙҙы. Әйткәндәй, оло быуын араһында рус мәктәбендә уҡып та, башҡорт теленән диктантты йыл да яҙырға  килеүселәр бар. Күптәр  Рауил Бикбаевтың “Атайсалым—иң ҙур хазинам” тексы бик уңышлы һайланыуын белдерҙе. Халыҡ шағирының ижадында үҙебеҙҙең сал далабыҙ һулышын тойҙоҡ, авторҙың  һутлы теленә, матур һөйләмдәргә һоҡландыҡ, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙөк тиеүселәр булды.

Тулыраҡ мәҡәләне “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитендә уҡығыҙ.

Фото:  үҙәк район китапханаһы

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас