

Рәмзилә Иҙел ҡыҙы - республикабыҙҙың хозур тәбиғәтле Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында тыуған.
Ғаиләлә өс сабый, ике ағайы һәм Рәмзилә бер-береһенә терәк булып үҫеп буй етә.
- Малайҙар араһында үҫкәнгәме, әле лә әхирәттәрем бик юҡ. Бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына дуҫтарым бар, тип йылмая Рәмзилә.)
Үҙе бәләкәй сағынан уҡ тырыш, ныҡышмал, үҙаллы була. Алты йәшендә ырғаҡ менән бәйләргә өйрәнә. Тәуҙә ултырғыс тушәктәре, ә өлкән синыфҡа кускәс заказ буйынса диван ябыуҙары бәйләй.
- Ғүмеремдең бер сәғәтен дә бушҡа үткәрмәҫкә тырышам, һаман да уҙемде эҙләйем, төрлө яҡтан һәләттәремде үҫтерәм, -ти.
Киләсәктә уҙ эшен асып, уҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылырға яҙһын Рәмзиләгә.Ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, уҙ юлын табыр тигән ышаныстабыҙ.
Уңыштарың менән һөйөнөргә яҙһын!)