

Аҡъяр тау колледжында хәрби хеҙмәткә китәсәк егеттәргә йылдағыса Призывниктар көнө үткәрелде. Әле кисә генә мәктәп йәки студент эскәмйәһендә ултырған егеттәр тиҙҙән “гражданка”ларын хәрби формаға алмаштырасаҡ. Тәүҙә ауыр буласаҡ, әлбиттә, шуға күрә уларға өлкәндәрҙең өгөт-нәсихәттәре мөһим. Сараны район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Р.Йәрмөхәмәтов асҡандан һуң, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар Ринат Зәбиров призывниктарҙы сәләмләп, хәрби хеҙмәт хаҡында һөйләп үтте. Артабан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар алдында изге теләктәр менән йәмәғәт ойошмаларының координацион советы рәйесе С.Юлдашбаев, Муса хәҙрәт, район хакимиәте һәм эске эштәр бүлеге вәкилдәре сығышы яһап, һәр призывниктың хәрби бурысын намыҫлы үтәйәсәгенә ышаныс белдерҙе, еңел хеҙмәт, Ватан алдындағы изге бурыстарын намыҫлы үтәп, тыуған яҡҡа имен-һау ҡайтыуҙарын теләне. Шулай уҡ сараның төп ҡунаҡтары – М.Шайморатов исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итеүсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар булды. Улар егеттәргә лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен теләне.
Яҙғы саҡырылышта хәрби хеҙмәткә 60-тан ашыу егетте армияға оҙатыу планлаштырыла. Әйтергә кәрәк, призывниктар элеккесә бер йыл хеҙмәт итәсәк һәм махсус хәрби операция зонаһына ебәрелмәйәсәк.
Ошо уҡ көндө буласаҡ һалдаттар ГТО нормаларын тапшырҙы.
Никита Бирюков: