

Аҡъяр ауылының Аҡмулла урамында урынлашҡан ДОСААФ базаһында контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Унда 18-60 йәшлек теләгән һәр кем мөрәжәғәт итә ала.
Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләгән граждандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға бөтә кәрәкле яуаптар ала аласаҡ. Бында контракт төҙөү тәртибе, һайлап алыу шарттары аңлатыласаҡ, кәрәкле документтар, аҡсалата түләүҙәр, социаль гарантиялар һәм льготалар тураһында һөйләйәсәктәр.
Һорауҙар буйынса Хәйбулла районының контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә: Аҡъяр ауылы, Аҡмулла урамы, 9/1. Эш режимы: иртәнге 8-ҙән киске 7-гә сәғәткә тиклем (дүшәмбе-йома), иртәнге 9-ҙан 13:00 сәғәткә тиклем (шәмбе). Телефон: 8(34758) 2-12-07.
Башҡортостан ситуация үҙәгенең ҡыҙыу элемтәһе (347) 218-19-19, 122 (өҫтәмә 1) һәм 117 телефондары буйынса, көн һайын, тәнәфесһеҙ, ял һәм байрам көндәрендә, иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә.