

Яңы Ергән мәктәбе уҡыусылары ауыл хужалығы буйынса үткән семинарҙа “Бройлер” ярҙамсы хужалығын һәм “Йәш аграрий” дәрестән тыш эшмәкәрлек алып барыу буйынса күргәҙмә ойошторҙолар.
Йәш аграрийҙар ҡоштар, емеш-еләк культуралары үҫтереү процесы тураһында район фермерҙарына үҙ ҡаҙаныштары менән уртаҡлаштылар. Уҡытыусылар әйтеүенсә, был эштәр бизнес план төҙөү, хеҙмәт һөйөү, эшҡыуарлыҡ һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында эшләнә. Мәктәптә ауыл һөнәрҙәре абруйын арттырыуға йүнәлтелгән профориентация эше әүҙем алып барыла.