

Изге айҙа ураҙа тотоусылар Вәзәм ауылында ла бихисап.
Көн һайын ифтарға йөрөү, аяттар бағышлау, сәхәр эсеү кеүек матур мәшәҡәттәр менән йәшәй ауылда халыҡ. "Зәйнәб" мәсетендә көн дә доғалар яңғырай ауылға йәм һәм йән биреп.
Бөгөн мәсеткә ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ир-уҙамандарҙы ифтарға саҡырҙы. Барлыҡ изге теләктәр ҡабул булһын, илдә тыныслыҡ булһын, һаулыҡ, именлек булһын, матур уйҙар тормошҡа ашһын тип теләктәр теләнде, аяттар бағышланды. Ураҙалар ҡабул булһын!
#УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #КультураХайбуллы
#МалоарслангуловскийСК