Яңылыҡтар
14 Апрель 2023, 06:39

Мәктәптән һуң, ниндәй һөнәр һайларға?

2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары һөнәри йүнәлешле  сарала ҡатнашты

Мәктәптән һуң, ниндәй һөнәр һайларға?Мәктәптән һуң, ниндәй һөнәр һайларға?
Мәктәптән һуң, ниндәй һөнәр һайларға?

Үҙәк район китапханаһында 2-се Аҡъяр мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары өсөн “Минең һөнәрем—минең киләсәгем” тип аталған һөнәри йүнәлешле сара үтте.

Мәктәпте тамамлау алдында торған ҡыҙҙар һәм егеттәр менән 93-сө янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы урынбаҫары Илшат Хәтмуллин,  Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары  Иршат Торомтаев, Хәйбулла районы буйынса тиҙ медицина ярҙамы бүлегенең күсмә бригада фельдшеры Гөлсинә Байғалимовалар осрашып, үҙ һөнәрҙәренең үҙенсәлектәре, ни өсөн ошо һөнәрҙе һайлауҙары тураһында һөйләне.

Илшат Хәтмуллин  Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары класлы,  ҡатмарлы һәм хәүефле шарттарҙа кешеләргә ярҙамға ашыҡҡан үҙ һөнәре оҫталары эшләүен билдәләне.

Полиция майоры Иршат Торомтаев полиция хеҙмәткәре һөнәре нескәлектәрен асты. Берәй бәләгә осраһа, граждандар тәү сиратта полицияға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һағында тороусылар халыҡ менән аралаша, енәйәт осраҡтарын асыҡлай, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтә, профилактик әңгәмә үткәрәләр, йәмәғәт урындарында хәүефһеҙлек булдыралар.

Тиҙ медицина ярҙамы фельдшеры  Гөлсинә Азат ҡыҙы пациенттарға квалификациялы ярҙам күрһәтеү, кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн нимәләр эшләнеүе тураһында мәғлүмәт бирҙе.

2-се Аҡъяр мәктәбенең инглиз теле  уҡытыусыһы Светлана Тоҡомбәтова һәм үҙәк район китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Гөлнара Сыңғызовалар ҙа үҙ һөнәрҙәре тураһында һөйләне.

Шулай      итеп, балалар нисек һөнәр һайлау, киләсәктә кем булыу тураһында бик күп файҙалы  мәғлүмәт алды.

Центральная-Районная Библиотека

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас