

Хәйбулла районының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторы менән полицияның участка уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек инспекторы Татыр-Үҙәк һәм Бүребай мәктәптәре уҡыусылары менән әңгәмә үткәрҙе
Балаларға юлда үҙеңде дөрөҫ һәм хәүефһеҙ тотоу тәртибен, йәйәүлеләр өсөн өҫкө кейемдә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булыуы мөһимлеген, шулай уҡ водитель танытмаһы булмаған осраҡта транспорт менән идара итеүҙең тыйылыуы тураһында иҫкә төшөрҙөләр.
Бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарға һәм енәйәттәргә юл ҡуймау, бәлиғ булмағандар араһында енәйәт һәм административ яуаплылыҡ, комендант сәғәтен боҙған өсөн яуаплылыҡ, ауыр енәйәттәр ҡылған өсөн яуаплылыҡ, «ЧВК Рёдан» интернет-проектының тыйылыуы, «Һинең һайлауың» оператив-иҫкәртеү саралары һәм ата-әсә бурыстарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ тураһында мәғлүмәт алды. Үҙ сиратында, балалар инспекторҙарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.