Яңылыҡтар
14 Апрель 2023, 17:11

Байғусҡарҙа яулыҡ байрамы

*

Байғусҡарҙа яулыҡ байрамыБайғусҡарҙа яулыҡ байрамы
Байғусҡарҙа яулыҡ байрамы

Ҡатын-ҡыҙҙар яулығы - үҙенсәлекле аксессуар булып иҫәпләнә.


Нисә быуат элек ҡатын-ҡыҙҙар, ярлы крәҫтиән, йә бай ҡатындары берҙәй үк яулыҡ йөрөткәндәр. Заман башҡа заң башҡа тиһәләр ҙә бөгөнгө көнгә тиклем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яулыҡ ябыныуға әүәҫ. Хәҙер, аллаға шөкөр, йәштәр ҙә дингә ҡайта, мәсеткә йөрөй, намаҙ уҡыйҙар, баштарына килешле итеп яулыҡ бәйләйҙәр.

Байғусҡар мәҙәниәт йортонда, "Яулыҡ- фольклор байрамы" үтте. Сәхнә аллы-гөллө, күҙҙең яуын алырлыҡ яулыҡтар менән биҙәлгән, боронғо яулыҡтарҙан айырым күргәҙмә эшләнде, ҡатнашыусылар, яулыҡ тураһында йырҙар, мәҡәлдәр, уйындар, йомаҡтар систеләр, "Йәшерәм яулыҡ" уйынын уйнап, яулыҡ һүҙе булған йырҙы танып белделәр. Яулыҡ бәйләү буйынса оҫталыҡ класы күрһәттеләр. Резеда Ҡолсонбаева өләсәһенән ҡалған ҡомартҡы шәл тарихын һөйләп ишеттерҙе, элек ҡунаҡҡа барыр булһалар, ауыл буйлап галош, бишмәт, шәл, кәзәкей һорап алып кейеп, ҡунаҡ булып ҡайтҡандар бит инде шунан ҡалған һүҙ, ауыл ебәрһә, ҡунаҡҡа барам тигән, ошо шәлдэ бәлки күп кеше ҡулынан үткәндер тип һүҙен тамамланы. Миңһылыу Ниғмәтуллина ла  боронғо суҡлы шәл алып килгән, өләсәйемдең ҡомартҡы шәле, һаҡлап ҡына йөрөтөүен һөйләп үтте.
Ә ауылыбыҙҙың йәш килене Айгизә Дәүләтбаева боронғо ҡалын йөндән һуғылған, тамбурлап сигелгән яулыҡ алып килеп, уның тарихы менән таныштырҙы. Яулыҡ бәйләү конкурсында иң оҫта яулыҡ бәйләүселәр: Резеда Ҡолсонбаева, Дилә Дәүләтбаева, Сәриә Аҡбалина, Мәйсәрә Әбделмәновалар билдәләп үтелде. Һәр көн башҡа бәйләгән яулыҡтын төрөн, файҙаһын, үҙенсәлектәрен, тарихын белдек. Ябай ғына күренгән яулыҡтан ҙур байрам сараһы килеп сыҡты тип әйтергә була.


#УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ
#КультураХайбуллы
#АкьярРДК
#Яулыҡфольклорбайрамы
#БайгускаровскийСДК

Автор:
Читайте нас