

60 йыл бергә ғүмер итеү бәхете һирәктәргә генә насип. Был бит үҙе бер кеше ғүмере. Шул ғүмерҙе матур итеп, һынатмайынса йәшәү белеү ҙә үҙе бер мәртәбә.
Яңы Украинка ауылынан Зәйтүнә һәм Әдиф Сәлимгәрәевтар бергә йәшәүҙәренең 60 йыллығын билдәләне. Күркәм парҙың тормош байрамында уларҙы ауыл мәктәбе уҡыусылары ҡотланы. Таналыҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы И.Сөләймәнов, ветерандар советы рәйесе А.Салауатов юбилярҙарға изге теләктәрен юлланы.
#КультураХайбуллы
#НовоукраинскийСК