Яңылыҡтар
14 Апрель 2023, 09:42

53 йәшлек ҡатын ЮХХДИ хеҙмәткәрен тешләгән

Судта ул үҙ ғәйебен танымай

53 йәшлек ҡатын ЮХХДИ хеҙмәткәрен тешләгән53 йәшлек ҡатын ЮХХДИ хеҙмәткәрен тешләгән
53 йәшлек ҡатын ЮХХДИ хеҙмәткәрен тешләгән

Өфө районы суды 53 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асты.

2022 йылдың июлендә Daewoo Matiz водителен Юл патруль хеҙмәте инспекторҙары туҡтата. Полиция хеҙмәткәренең тикшереү өсөн водитель таныҡлығын һәм башҡа документтарҙы һорағас, ҡатын ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, машинаһында бикләнә һәм транспорттан сығыуҙан баш тарта. ЮХХДИ хеҙмәткәре машинаның асыҡ тәҙрәһе аша ишеген асырға маташҡас,  водитель уны тешләй башлай.

Судта  ҡатын үҙ ғәйебен танымай.  Суд уға 1 йылға һынау срогы менән шартлы рәүештә 1 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарған. Хөкөм ҡарары әле законлы көсөнә инмәгән.

Фото:Ксения Калинина

https://www.bashinform.ru/

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас