

Башҡортостан Башлығы «Башҡортостан» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү үҙәге» ойошмаһын булдырыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Үҙәкте ойоштороусы — республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров республиканың бер нисә ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәктәренең эшләүе хаҡында әйтте.