Яңылыҡтар
13 Апрель 2023, 09:43

Аҡъярҙа мобиль пункт асылды

Районда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә граждандарҙы ҡабул итеү буйынса мобиль пункт эшләй башланы. Ул Хәйбулла районының ДОСААФ бинаһында урынлашҡан.

Аҡъярҙа мобиль пункт асылдыАҡъярҙа мобиль пункт асылды
Аҡъярҙа мобиль пункт асылды

–Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың тәҡдиме менән ДОСААФ базаһында контракт буйынса хәрби хеҙмәткә кандидаттар һайлап алыу пункты асылды. Бында контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһынған граждандар хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү шарттары, кәрәкле документтар йыйыу, түләүҙәр һәм социаль гарантиялар тураһында мәғлүмәт ала ала. Беҙҙең бурыс–контрактниктарға йүнәлеш биреү, кәрәкле документтар менән ярҙам итеү.Артабан егеттәр хәрби комиссариатҡа йүнәлтелә. Мобиль пунктың нәҡ ДОСААФ-та асылыуы ла аңлашыла. Сөнки беҙҙең ойошмала төрлө ғәскәрҙәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһының Координацион советы урынлашҡан. 18 йәштән 50 йәшкә тиклемге үҙ теләге менән контракт төҙөүселәр менән төрлө йүнәлештә әҙерлек алып барыласаҡ. Мәҫәлән, хәрби әҙерлек программаһы буйынса теләге булған курсанттарға тактик, физик, махсус күнекмәләр һәм тирҙан атыу буйынса ҡыҫҡа сроклы курстар үткәреү планлаштырыла. Әгәр ошоно ойошторһаҡ, хәрби әҙерлек үтергә теләүселәр һаны артыр, тип ышанабыҙ. Офицер составындағы запастағы ветерандарға ла үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттек.
Беҙгә контракт буйынса хәрби хеҙмәте мәсьәләләре менән йыш мөрәжәғәт итәләр,–тине урындағы ДОСААФ бүлеге рәйесе Фаил Юлдашбаев.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, әлеге мәлдә ҡыҫҡа ялда булған яугирҙар әйтеүенсә лә, Аҡъярҙа ошондай нөктәләрҙең барлыҡҡа килеүе яҡшы күренеш.

ДОСААФ бинаһындағы мобиль пункттың эш ваҡыты иртәнге сәғәт 8.00-дән киске 19.00-гә тиклем. Шәмбе көнө 9.00-дән 13.00 сәғәткә тиклем.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас