

Сибай-Аҡъяр юлы буйынса халыҡтан ялыуҙар күп булды. Беҙ уны Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ныҡ борсоған юлдарҙы ремонтлауҙың яңы программаһына индерҙек.
Бөгөн ремонтлана торған юл участкаларын ҡараныҡ. 15 июндә асфальт-бетон заводын ҡорабыҙ, 20 июндән эш башлайбыҙ. Был күләмле эштәр ике йылға иҫәпләнгән. Быйыл юлдарҙы ремонтлау программаһы буйынса 19 муниципалитетта эштәр башҡарыла. Бюджеттан 4 млрд. һум бүленеп, йыл һайын территориаль заказды 1 миллиард һумға арттырырға тырышасаҡбыҙ.
Радий Хабиров