Яңылыҡтар
11 Апрель 2023, 05:01

Мәмбәттә ифтар мәжлесе

*

Мәмбәттә ифтар мәжлесеМәмбәттә ифтар мәжлесе
Мәмбәттә ифтар мәжлесе

Мәмбәт ауылы халҡы Рамаҙан айында ураҙа тотоп, ифтар мәжлестәре  ойошторалар.

Әле иһә “Туржы ынйылары” фольклор коллективы ағзалары һәм  Земфира Кәипова “Иҫәнғол” мәсетендә диндарҙар өсөн ифтар үткәрҙе.

Дини сарала иман йорто имамы М.Кәипов Ислам традициялары, ураҙа үҙенсәлектәре, диндең үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙәге роле тураһында вәғәз һөйләне. Был көндә мәсеткә тәүгә килеүселәр ҙә киске намаҙға баҫты. Диндарҙар  әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың именлек-һаулығына, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, уларҙың тыуған яҡтарына ҡайтыуҙырын теләп, аят-доғалар бағышланы.


#УфаМКРБ#РЦНТРБ#КультураХайбуллы #МамбетовскийСМФК#священныймесяцрамадан#ифтар

Мамбетовский СМФК

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас