Яңылыҡтар
11 Апрель 2023, 11:45

БИШ ҺУМЛЫҠ ДУҪ

Һе! Дуҫты һатып алып та була икән? Белә инегеҙме?

БИШ ҺУМЛЫҠ ДУҪБИШ ҺУМЛЫҠ ДУҪ
БИШ ҺУМЛЫҠ ДУҪ

Хәл былай булды. Мин атайымдан эт алайыҡ, тип күптән һорай инем.

Тик атайым һәр ваҡыт: “Эт аҫырау –яуаплы эш. Ул бит тере йән эйәһе. Ашатыр, тәрбиәләр кәрәк,-тип әйтә килде. Бары тик миңә 5 йәш тулғас ҡына ризалашты. Әмәлгә ҡалғандай, күршеләрҙең “шарпей” тоҡомло эттәре көсөкләне. Шамил олатай миңә көсөктәр тыуғас та һайлап ҡуйырға рөхсәт итте. Көсөктәр ҙурайғас ул мине саҡырып көсөктө бирҙе лә, һин миңә 5 һум аҡса бир, тине. Мин аптырап киттем. Баҡтиһәң, йолаһы шулай икән! Йоланы миңә күрше олатай яҡшы итеп һөйләп бирҙе. Шулай итеп минең 5 һумға һатып алған Һорлан исемле тоғро дуҫым бар хәҙер. Мин сикһеҙ шатмын!

Зөлхизә Исҡужина, Аҡъяр ауылының 1-се һанлы мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы

Детская Модельная-Библиотека

Автор:
Читайте нас