

Районыбыҙҙың һәр ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы илһөйәр рухлы ир-егеттәр өсөн маскировкалау селтәрен эшләү бик әүҙем бара.
Был изге эшкә үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге ҡарамағында ойошторолған «Ағинәйҙәр», «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбле һәм район мәҙәниәт йортоноң «Балҡыш» коллективы ла ситтә ҡалманы.