Яңылыҡтар
11 Апрель 2023, 07:01

Бәхил бул, Ирек Атанов!

Уға ни бары 52 йәш ине...

Бәхил бул, Ирек Атанов!Бәхил бул, Ирек Атанов!
Бәхил бул, Ирек Атанов!

Билдәле башҡорт музыканты, йырҙар авторы, күптәр яратҡан “Рух” популяр башҡорт рок-төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Ирек Атанов вафат булды.

Музыкант 18 апрелдә Өфө ҡалаһында үтәсәк концертта төркөм менән сығыш яһарға планлаштыра ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хыялдар тормошҡа ашманы.

Ирек Атанов менән хушлашыу иртәгә, 12 апрелдә үтә. Мәрхүмдең туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас