ҺАЛДАТТАРҒА ХАТ ЯҘҘЫҠ
Беҙҙең класта «Батырлыҡ дәресе» үтте. Был дәрестә беҙ «Һалдатҡа хат» акцияһына ҡушылдыҡ. Уҡытыусыбыҙ Әлфиә Фәних ҡыҙы Иҫәнъюлова менән Украинала махсус операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға хаттар яҙҙыҡ. Хаттарҙа беҙ һалдаттарға тиҙерәк еңеү яулап тыуған яҡтарға ҡайтыуҙарын теләнек.
Беҙҙең хаттар һалдаттарҙың күңелен йылытыр, тип ышанабыҙ.