

Аҡъяр ауылының “Төньяҡ-көнсығыш” микрорайоны паркында “көмөш йәштәге” ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында ГТО нормаларын тапшырыу буйынса ярыштар үтте.
Оло йәштәгеләр ҡатнаш хәрәкәт, скандинавса йөрөү, йүгереү буйынса нормативты үтәне. Әлбиттә, диплом һәм вымпелдар тапшырылыуы спортҡа ынтылышты һәм яҙғы кәйефте тағы ла нығыраҡ күтәрҙе.