

Халыҡ-ара акция быйыл 27 апрелдә ойошторола. Беҙҙең республикала диктант яҙыу өсөн 300 майҙансыҡ булдырыла. Бөйөк Ватан һуғышы тарихына бәйле һорауҙарға онлайн да яуап бирергә мөмкин. Юғары һөҙөмтәгә ирешкән сығарылыш уҡыусылары вузға ингәндә өҫтөнлөктәргә эйә була. Федераль еңеүселәр 9 майҙа Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадына саҡырыла.