Яңылыҡтар
7 Апрель 2023, 16:18

1-се Аҡъяр мәктәбенә - өр-яңы автобус!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың 31 районынан 44 мәктәп директорына тантаналы рәүештә яңы техниканан асҡыстар тапшырҙы.

1-се Аҡъяр мәктәбенә - өр-яңы автобус!1-се Аҡъяр мәктәбенә - өр-яңы автобус!
1-се Аҡъяр мәктәбенә - өр-яңы автобус!

Мәктәп транспортын яңыртыу буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Рәсәй төбәктәрендә 45 яңы ГАЗ маркалы мәктәп автобусы алды. Бөгөн, 7 апрелдә, Радий Хәбиров республиканың 31 районынан 44 мәктәп директорына тантаналы рәүештә яңы техниканан асҡыстар тапшырҙы. Улар араһында Хәйбулла районынан 1-се Аҡъяр мәктәбе лә бар.

Республика башлығы автобустарҙың береһен ҡараны. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, машиналарҙың бер өлөшө ҡышҡы осорҙа уңайлы температураны һаҡлау өсөн салонды өҫтәмә йылытыу менән махсус төньяҡ модификацияһында эшләнгән. Мәктәп автобустары моделдәренең барыһы ла сәғәтенә 60 саҡрымға тиклем хәрәкәт тиҙлеген сикләү ҡулайламаһы, ултырғыстарҙың һәр рәтендә водитель менән бәйләнеш төймәһе, асыҡ ишектәрҙә двигателде блокировкалау системаһы, шулай уҡ транспорт сараһының ҡайҙа урынлашыуын күҙәтеү өсөн навигация ҡорамалдары һәм артҡы ишекте бикләүсе ҡулайлама менән йыһазландырылған. Машиналарҙа ҡуйылған тахограф эш һәм ял режимын теркәү өсөн водителде контролдә тотоу функцияһын башҡара. Автобустарҙа рюкзактар һәм сумкалар ҡуйыу өсөн багаж кәштәләре лә ҡаралған. Башҡортостанға һуңғы биш йылда дөйөм суммаһы яҡынса 1,8 миллиард һумлыҡ 837 яңы мәктәп автобусы ҡайтарылған.

 

фото:Район хакимиәте, Олег Яровиков (Башинформ)

1-се Аҡъяр мәктәбенә - өр-яңы автобус!
1-се Аҡъяр мәктәбенә - өр-яңы автобус!
1-се Аҡъяр мәктәбенә - өр-яңы автобус!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас