

Михаил Блажевич, Башҡортостандың хәрби комиссары:
--Быйылғы яҙғы саҡырылыштың үҙенсәлектәре юҡ. Ул план буйынса башланды һәм уҙасаҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыу ваҡыты элеккесә бер йыл. 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге егеттәр саҡырыла. Призывниктарҙы оҙатыу апрель аҙағында башлана. Ғөмүмән, яҙғы хәрби саҡырылыш 15 июлдә тамамлана.