

Районда яҙғы өмәләр старт алды.
Ер ҡарҙан әрселеү менән ҡыш буйына йыйылған сүп-сар тирә-яҡты бысратып ята. Шуға күрә бер нисә массалы өмәләр ойошторолдо ла инде. Бында район предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениелары әүҙем ҡатнашты. Улар үҙ биләмәләрендә таҙалыҡ һәм тәртип булдырҙы.
Шәхси секторҙа һәм күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе лә өмәгә саҡырабыҙ. Районыбыҙ таҙа һәм күркәм булһа, үҙебеҙгә лә күңелле түгелме?