Яңылыҡтар
4 Апрель 2023, 09:44

Ҡорбан салып, ифтар үткәрҙек

Редакция коллективы Рамаҙан айында изге ғәмәл ҡылды

Ҡорбан салып, ифтар үткәрҙекҠорбан салып, ифтар үткәрҙек
Ҡорбан салып, ифтар үткәрҙек

Редакция ветерандары Мәрйәм Акилова менән  Зилә Усманованың Аҡъяр ауылының “Жәмиғ” мәсетендә  коллектив һәм хаҡлы ялдағы ветерандар менән ҡорбан салып, ифтар мәжлесе ойошторайыҡ тигән тәҡдимен һәр беребеҙ ихлас күңелдән күтәреп алдыҡ. Хатта пенсионерҙар ғына түгел, ҡасандыр редакцияла эшләп киткәндәр, уларҙың балалары ла, туған-таныштары ла  изге ғәмәлгә ҡушылырға теләк белдерҙе.

Әлһәмдүлилләһ, редакция коллективы ауыҙ асыу мәжлесенә бик әҙерлек менән  килде: ҡорбанға һарыҡ салынды, өҫтәлдәр  төрлө-төрлө ниғмәттәрҙән һығылып торҙо, ифтарға килгән диндарҙар береһенән-береһе тәмле ризыҡтар менән һыйланды. Был көндө барлығы 100-гә яҡын мосолманға ауыҙ астырҙы ижади коллектив. Улар араһында өлкән йәштәгеләр генә түгел, ә йәш быуын, бала-сағаларҙың да күп булыуы һөйөндөрҙө.

Ифтарҙа булған оло йәштәге апайҙың һүҙҙәрен билдәләмәү мөмкин түгел: “Аллаға шөкөр, өҫтәлдәр тулы, элеккеге аслыҡ йылдары түгел. Редакция коллективына, ветерандарына ҙур рәхмәт шулай хөрмәтләгән өсөн”,--тине ул.

Хәйбулла районы имам-мөхтсибе Ғүмәр хәҙрәт,  Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге  мәҙрәсәлә уҡытҡан Мысырҙан килгән Шәйех Әхмәд  менән бергә Ҡөръән аяттары уҡыу, үтемле вәғәздәр тыңлау,  коллектив намаҙға баҫыу—рухи яҡтан пакланыуға ла сәбәпсе булды.  Әйткәндәй, Шәйех Әхмәд Мысырҙа Әль-Әзхар университетында магистратура бөткән, докторантурала белем ала. Хәйбулла районына килеү маҡсаты--Аҡъяр мәсетендә тәрәүих намаҙҙарын үткәреү.

--Рамаҙан айы йылына бер генә була һәм беҙ шул айҙың бөтә сауаптарына ирешергә тырышырға тейешбеҙ: тәрәүих намаҙҙарын уҡып, Ҡөрьән уҡып, саҙаҡа биреп, ураҙа тотҡан кешеләргә ифтарҙар (ауыҙ астырыу) ойоштороп. Сөңки пәйғәмбәребеҙҙең, Аллаһтың салауаттары һәм сәләме уға булһа ине, һүҙе бар: "Иң хәйерле ғәмәл - ас кешене ашатыу".

Беҙ ҙә  Аҡъярҙағы Жәмиғ мәсетебеҙҙә ифтарҙар үткәрәбеҙ, иншәАллаһ. Бөгөн 100-ләгән кешегә ауыҙ астырып, коллектив ифтар үткәргән редакция коллективына һәм ветерандарына, изгелекле уйлы башҡа кешеләргә рәхмәт әйтәм. Кем иман йортонда ошондай ифтар үткәрергә һәм оло сауапҡа ирешергә теләй, рәхим итегеҙ, яҙылығыҙ. Мәсеттә ифтар үткәреү өсөн 15 мең тирәһе аҡса китә. Бер нисә кеше менән йыйылышып үткәрергә лә була, --тине Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Ғүмәр хәҙрәт Туҡбаев.

Коллектив ауыҙ астырыуҙы ойоштороусыларҙың теләге бер—киләсәктә лә Рамаҙан айында  ошондай изге байрамдарҙа осрашырға, илебеҙгә тыныслыҡ килеп, тыныс, матур тормошта йәшәргә насип итһен, тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас