

Шундай яғымлы, мөләйем, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған изге күңелле уҡытыусы бына өс йыл инде беҙҙе белем үрҙәренә әйҙәй. Рита Фәрих ҡыҙы үҙ предметын ярата һәм яҡшы белә.
Рита Фәрих ҡыҙы педагогия хеҙмәте ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Атингән мәктәбендә 1985 йылдан алып эшләй.
Вәзәм ауылында тыуып үҫкән Рита Фәрих ҡыҙы БДПИ-ның физика һәм математика факультетын тамамлағас, Первомайск 8 йыллыҡ мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Артабан Атингән мәктәбендә уҡытыусы, завуч булып эшләй. 1998 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Белем усағын ет әкләгәндә үҙен яҡшы ойоштороусы, эшенә яуаплы ҡараған, хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылар тураһында хәстәрлек күргән етәксе итеп таныта. Коллегалары араһында ла ҙур абруй ҡаҙанған. Тәжрибәле уҡытыусының уҡыусылары төрлө кимәлдәге олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары.
Ул бик изге күңелле, шул уҡ ваҡытта үҙ эшен белгән, талапсан педагог. Ҡасан да булһа, ошо уҡытыусыла белем алғандар уны тәрән ихтирам итә. Мин дә юлымда нәҡ ошо уҡытыусы осрағанына рәхмәтлемен.
Миләүшә Үзбәкова,
Атингән мәктәбе уҡыусыһы.