

Әбүбәкер ауылының “Сулпылар” балалар баҡсаһы коллективы үҙ эшен белгән берҙәм ижади команда. Был мәктәпкәсә учреждение 1986 йылда асылған. Ә 2014 йылда балалар баҡсаһы урта мәктәптең бинаһына күсерелә. Бында кескәйҙәргә рәхәтләнеп уйнарға, йоҡларға, туҡланырға бөтә шарттар ҙа булдырылған. Баҡсала балаларҙың һаулығын, хәүефһеҙлеген һаҡлау, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, мәктәпкә әҙерләүгә хеҙмәткәрҙәр бик яуаплы ҡарай.
Бында коллектив һәр көндө сабыйҙарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Улар өсөн бәләкәстәрҙе яратыу һөнәргә һәм йәшәү рәүешенә әйләнгән. Улар бөтәһе лә хеҙмәт ветерандары.
–Коллективта бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә утыҙ йылдан ашыу эшләй, йәғни балалар баҡсаһы асылғандан бергәбеҙ. Берҙәм, татыу коллективта бер урында ғына тапанмаҫҡа, ә яңынан-яңы алымдар, ысулдар эҙләп, һәр саҡ бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Ошо йылдар эсендә балалар баҡсаһы көндәлек тырыш хеҙмәт, хәстәрлектәр менән оҙон юл үткән, – тип һүҙ башланы “Сулпылар” балалар баҡсаһы мөдире Фәймә Назарова. –Беҙҙең учреждение үҙенең яҡшы хеҙмәткәрҙәре – тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсылары, ашнаҡсылар, хужалыҡ эштәре мөдире менән данлы. Педагогик состав бик тәжрибәле, ғөмүмән, хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе үҙ һөнәренең ысын профессионалы тип әйтергә мөмкин. Беҙ барыбыҙ бергә үҙ эшен мөкиббән башҡарған бер нисә быуынды берләштергән татыу ғаилә кеүек. Уңышҡа ирешеү һәм абруй яулау өсөн күп эшләргә, бихисап ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға тура килде. Ваҡыт үтеү менән күп нәмә үҙгәрҙе. Бында һәр яҡтан да уңған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Районда иң тәжрибәле хужалыҡ мөдирҙәренең береһе Венера Бохарбаева, яҡшы тәрбиәсе, тел оҫтаһы Альмира Билалова, ашнаҡсы Рәсимә Әбүбәкерова, балалар баҡсаһы асылыу менән бер һөнәргә тоғро ҡалған тәрбиәсе ярҙамсыһы Лилиә Әлибаева. Ҡыйынлыҡтар булһа ла, бергәләшеп кескәйҙәргә тулыһынса уңайлы шарттар булдырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалдыҡ.
Эйе, балалар баҡсаһында таҙалыҡ ялтлап тора. Баҡса тултырып йәшелсә, сәскәләр үҫтерәләр. “Иҫке бинала һыу булманы, һыуҙы ташый торғайныҡ. Мәктәпкә күскәс, уңайлыҡтар булдырылды, һыу үтте, хәҙер йылы һыу менән кинәнәбеҙ”, – тиҙәр улар ҡыуанып.
Бәләкәй генә балалар баҡсаһы булһа ла, коллектив төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урын алалар. Мәҫәлән, 2012 һәм 2019 йылдарҙа “Иң яҡшы балалар баҡсаһы” район бәйгеләрендә еңеп, Почет грамоталары менән бүләкләнәләр.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 13-сө һанында