

25 мартта Мәскәүҙә йәштәр һәм уҡыусылар араһында «Рәсәй Бөйөклөгөнә минең индергән өлөшөм» бөтә Рәсәй конференцияһы үҙ эшен тамамланы.
Район һәм республика данын яҡлап, Һамар ауылы мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Зилиә Кәримова конференцияла «Ауылымдың тарихы дауам итә...» тип аталған тикшеренеү эше менән «Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү» секцияһында үҙ проектын тәҡдим итте. Етәксеһе булып Надежда Чекменева сығыш яһаны. Конкурс йомғаҡтары буйынса Зилиә Кәримова 2-се урынға лайыҡ булды. Афарин, Зилиә! Артабан да яңы уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр юлдаш булһын!