

Төп бүләк өсөн Сибай, Новотроицк ҡалалары һәм Хәйбулла районының ҡыҙҙар һәм егеттәр командалары көс һынашты.
Муниципаль район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Рөстәм Йәрмөхәмәтов сәләмләү һүҙе менән сығыш яһағас, ҡыҙыу уйындар башланды.
–Атайым, Геннадий Светлаковтың хеҙмәт юлы совет армияһы сафында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, район үҙәгенең 1-се мәктәбендә башлана. Ошо белем усағында үҙен педагогик эшмәкәрлеккә арнай, балаларҙы спортты яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәтә. Бөгөнгө турнирға башҡа район һәм ҡалаларҙан командалар йыйылыуы ла үтә ҡыуаныслы, – тине Геннадий Федоровичтың улы Сергей Светлаков.