Яңылыҡтар
30 Март 2023, 10:34

Хаталы алтаҡталар Аҡъярҙы биҙәмәй

Район үҙәгендә административ комиссия вәкилдәре менән берлектә сираттағы рейд үтте

Хаталы алтаҡталар Аҡъярҙы биҙәмәйХаталы алтаҡталар Аҡъярҙы биҙәмәй
Хаталы алтаҡталар Аҡъярҙы биҙәмәй

«Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” ғы Законды бойомға ашырыу маҡсатында ойошторолған район хакимиәте ҡарамағындағы комиссия эшмәкәрлеген дауам итә.

Район үҙәгендә административ комиссия вәкилдәре менән берлектә сираттағы рейд үтте. Бығаса асыҡланған хаталы алтаҡталарҙы яңынан ҡарап сыҡты комиссия ағзалары. Әйтергә кәрәк, уларҙың күптәре төҙәтелеп, яңынан эленгән. Шул уҡ ваҡытта һаман да хаталы ҡала килгән, йәиһә яңы асылған һатыу нөктәләрендә бөтөнләй алтаҡтаһы булмаған урындар ҙа бар. Бер генә телдә яҙылған алтаҡталы биналар ҙа юҡ түгел. Кәңәш формаһында ғына ҡалдырып, шул уҡ хаталарҙы ҡабат-ҡабат күҙәтеүҙе рейд эшмәкәрлегендә һөҙөмтәһеҙ тип иҫәпләй комиссия ағзалары. Шуға күрә «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” ғы Законды бойомға ашырыуҙы кәрәкле тип тапмағандарға административ протоколдар төҙөлә.
Һуңынан төҙәтеүгә ҡарағанда, алдан уҡ хаталарҙы булдырмау күпкә яҡшыраҡ. Шуға күрә район территорияһында ошо өлкәлә эшләгән “Рекламщик” ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Алтаҡталарға ниндәй генә заказадар булһа ла тәү сиратта улар комиссия ағзаларына мөрәжәғәт итеп, дөрөҫ тәржемә ала.


Ниндәйҙер алтаҡтаны күреп, шикләнеү тыуһа, фотоға төшөрөп комиссия ағзаларына район халҡы ла ебәрә ала. (89659249928; 39.informotdel@bashkortostan.ru. “Киң технологиялар заманында фотоға төшөрөп ватсап аша ебәреү өсөн бер минут ваҡыт китә, һәр беребеҙ шулай итеп берәр алтаҡтаны асыҡлап төҙәтһә лә - был ҙур һөҙөмтә”,- ти комиссия ағзалары.

Автор:
Читайте нас