

Инвестициялар йәлеп итеү иҡтисад үҫешенең төп нигеҙе, тине Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте отчеты тыңланған Дәүләт Йыйылышы ултырышында.
«Сәнәғәтебеҙ әүҙем үҫешһен өсөн тулы инвестиция инструментын булдырҙыҡ. Республика инвестиция мөхите милли рейтингында алдынғы биш төбәк исемлегендә позицияларын һаҡлап ҡалды. Былтыр тәүге тапҡыр 500 миллиард һумлыҡ сикте үттек, 5,9 процентҡа арттыҡ. Ә дөйөм алғанда дүрт йыл эшләү осоронда - 40 процентҡа. Был илдә иң юғары һөҙөмтәләрҙең береһе. Был беҙгә сәнәғәт үҫеше, яңы производстволар асыу өсөн һөҙөмтәле мөхит булдырырға мөмкинлек бирҙе», - тине Радий Хәбиров.
Фото:Олег Яровиков
Автор:Азат Гиззатуллин