

Фуат Тимербай улы Хәйбулла районының Баҡал ауылында тыуып үҫкән.
Аҡъярҙа 110-сы һөнәрселек училищеһын тамамлай. 1988-90-сы йылдарҙа сик буйында хәрби бурысын үтәй. Әрменән һуң, өйләнеп, Ҡаҙағстанда йәшәй. 2006 йылда ғаилдәһе менән Владимир өлкәһендә төпләнә. Ул дүрт бала атаһы.
Фуат Байрамғолов былтыр декабрҙә үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юллана. Тыуған илебеҙ һағына баҫып, һуңғы һулышына тиклем хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Ул 2023 йылдың 8 февралендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Фуат Байрамғолов Таштуғай ауылы зыяратында ерләнде.
Район халҡы исеменән батыр яҡташыбыҙҙың яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
https://vk.com/district_haibulla