

Хәйбулла районы ирекмәндәре тарафынан хәрби махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә ярҙам күрһәтеү маҡсатында бик күп эштәр алып барыла. Әлеге көндә бар талаптарға тап килтереп маскировка селтәрҙәре эшләү буйынса ҙур эштәр алып барыла.
Ил төкөрһә, күл була тиҙәр. Хәйбулла ирекмәндәре башлап ебәргән эш район халҡы, битараф булмағандар тарафынан бик әүҙем күтәрелеп алынды. Кемдәрҙер аҡсалата ярҙам ҡулын һуҙһа, кемдәрҙер ойоштороусылар тарафынан үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәренә яҙылып, бар талаптарға тап килтереп маскировка селтәрҙәрен үреү серҙәренә төшөнә. Әлеге көндә районда өс оғталыҡ дәресе ойошторолдо. Беренселәрҙән булып Аҡъяр ағинәйҙәре был эшкә тотондо. Бөгөн иһә ауыл советтары биләмәләренән йыйылған вәкилдәр өсөн оҫталыҡ дәресе уҙҙы. Өсөнсө оҫталыҡ дәресе Бүребай ауылы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн мәҙәниәт йортонда үткәрелде.
Бер ҡарауға еңел генә тойолған был эште башлар алдынан ойоштороусылар тарафынан талаптарға тап килгән, егеттәребеҙгә кәрәкле булған селтәр тураһында мәғлүмәт бирелә. Сөнки бик күптәр кәрәкмәгән кейем һалымдарҙы ҡырҡып, бәйләп эшләгән селтәрҙәр дөрөҫ түгел. Беренсенән улар ауыр. Икенсенән ябай туҡыма тиҙ янып китеүсән, һәм дә тиҙ еүешләнә. Был ысул менән әҙерләнгән селтәрҙәр, егеттәребеҙ өсөн өҫтәмә ауырлыҡтар тыуҙырасаҡ. Шуның өсөн дә районыбыҙҙа үткәрелгән хәйриә йәрминкәләренән килгән, битараф булмаған яҡташтарыбыҙҙан күскән аҡсалар махсус селтәр, туҡыма һатып алыуға тотонолдо. Селтәрҙәрҙе элеп ҡуйыу өсөн ҡорамаларҙы районыбыҙҙың оҫта ҡуллы егеттәре Рәмил Билалов һәм Динислам Бухарбаев яһап бирҙе. Туҡыма ҡырҡыу эшен еңелләйтеү өсөн Салауат Абдуллин ҡорамал эшләп бирҙе.
Ир егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарға тиҙ арала әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә ҡалабыҙ!