Яңылыҡтар
21 Март 2023, 06:18

Башҡортостан Иран менән бәйләнеште нығыта

 Иран менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн махсус эшсе төркөм ойошторола

Башҡортостан Иран менән бәйләнеште нығытаБашҡортостан Иран менән бәйләнеште нығыта
Башҡортостан Иран менән бәйләнеште нығыта

Башҡортостандың Иран менән хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү өсөн махсус эшсе төркөм ойошторола. Республика яғынан уны Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Иран яғынан иһә Ирандың сәнәғәт, рудниктар һәм сауҙа министры урынбаҫары Алиреза Пейман Пак етәкләй. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.  

Хеҙмәттәшлек йүнәлештәре Башҡортостан менән Иран араһында хеҙмәттәшлекте һәм кооперацияны үҫтереү буйынса юл картаһында сағылыш табырға тейеш. Башҡарылған эштең һөҙөмтәләре йыл аҙағында өлгәшелгән аныҡ күрһәткестәр, мәҫәлән, тауар әйләнеше үҫеше һәм башҡалар буйынса баһалана, тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Ирандың Башҡортостандан юғары технологиялы ҡорамалдар алыу менән ҡыҙыҡһыныуын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-03-20/razvitie-sotrudnichestva-bashkirii-s-iranom-budet-kurirovat-spetsialno-sozdannaya-rabochaya-gruppa-3183880

 
Автор:Роман Якимчук
 
Фото:Азат Мөхәмәтйәнов, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:
Читайте нас