Яңылыҡтар
20 Март 2023, 04:31

Һәр дәресе – мөғжизәле донъя

"Подольск мәктәбенең уҡытыусыһы Зәлифә Сәйфулла ҡыҙы Павлюк биология һәм география дәрестәрен бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үткәрә", - тип яҙа уның уҡыусылары.

Һәр дәресе – мөғжизәле донъяҺәр дәресе – мөғжизәле донъя
Һәр дәресе – мөғжизәле донъя

Яратҡан уҡытыусыларыбыҙ хаҡында мәҡәләләр циклын дауам итәбеҙ. Бөгөн Подольск мәктәбе уҡыусыһы Ралина Хәсәнованан хат алдыҡ.

"Павлюк Зәлифә Сәйфулла ҡыҙы - минең яратҡан биология һәм география уҡытыусыһы. Зәлифә Сәйфулла ҡыҙы биологияны бик ярата һәм ошо фәнгә һөйөүҙе беҙгә тапшыра. Шулай уҡ ул психолог һәм туризм буйынса тренер. Уның күп кенә уҡыусылары район, зона һәм республика олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Биология һәм география дәрестәре бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс уҙғарыла. Зәлифә Сәйфулла ҡыҙы беҙгә үҫемлектәр һәм хайуандар тураһында һөйләй. Йәйгеһен беҙ экскурсияларға йөрөйбөҙ, унда тыуған еребеҙҙең тәбиғәте менән танышабыҙ. Экскурсияларға йәки походтарға йөрөгәндә Зәлифә Сәйфулла ҡыҙы беҙгә нисек дөрөҫ усаҡ яһарға, палатканы нисек ҡорорға өйрәтә. Беҙгә уның дәрестәре һәм ул уҙғарған дәрестән тыш саралары бик оҡшай, улар бик ҡыҙыҡлы үтә. Уҡытыусыбыҙға ижади үҫеш теләйем!" - тип яҙҙы  Ралина Хәсәнова. Әйткәндәй, Ралина - Балалар ижады йорто ҡарамағындағы «Беҙ бергә» медиаүҙәгендә белем ала. 

 

Һәр дәресе – мөғжизәле донъя
Һәр дәресе – мөғжизәле донъя
Һәр дәресе – мөғжизәле донъя
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас