Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2023, 19:41

Ҡырым беҙҙеке!

Райондың барлыҡ белем биреү ойошмаларында төрлө саралар үтте

Ҡырым беҙҙеке!
Ҡырым беҙҙеке!

Бына 9 йыл инде Рәсәйҙең Ҡырым менән ҡушылыуы, Ҡырым яҙы йыллығы Ватаныбыҙҙың барлыҡ төбәктәрендә билдәләнә. Хәйбулла районы ла был иҫтәлекле ваҡиғанан ситтә ҡалмай.  Райондың барлыҡ белем биреү ойошмаларында ошо көнгә арналған саралар үтте.

2-се Аҡъяр мәктәбендә “Тыныслыҡ күгәрсене” акцияһы ойошторолдо. Ә кадет класында Севастопольгә арналған  оҫталыҡ кластары үткәрелде. Татыр-Үҙәк мәктәбендә  оҫталыҡ класынан тыш, “Бер ярымутрау тарихы” тип аталған онлайн-экскурсия үтте. Унда ҡыҙҙар һәм малайҙар Ҡырым һәм Севастополдең  иҫтәлекле урындары менән танышты. Яңы Ергән мәктәбендә “Ҡырым һәм Рәсәйҙең берләшеүе” тип аталған тарихи сәғәттә уҡыусылар  9 йыл элек тарихҡа ингән ваҡиғалар менән танышты. 1-се Аҡъяр мәктәбендә “Ҡырым яҙы” тигән исем аҫтында  күңелле спорт уйындары ойошторолдо.

МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: