Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март , 10:01

Яугирҙәребеҙ хаҡында фильм

..

Яугирҙәребеҙ хаҡында фильм
Яугирҙәребеҙ хаҡында фильм

Фильмдың бер өлөшө Башҡортостан батальонына бағышланған. Был фильмды иламайынса ҡарап булмай. Беҙҙең Ватан һаҡсылары өсөн ғорурлыҡ күҙ йәштәре ул!..

 
 
Яугирҙәребеҙ хаҡында фильм
 
Яугирҙәребеҙ хаҡында фильм

Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон яугирҙәре Айгөл Ербулованың "Братья" документаль фильмының геройҙары булды. RT телеканалының фильмы — илебеҙҙең төрлө төбәктәренән махсус операцияла ҡатнашырға хәл иткән ир-егеттәр хаҡында.

Фильмдың бер өлөшө Башҡортостан батальонына бағышланған. Документаль фильмда ир-егеттәрҙең хәрби әҙерлек үтеүе тураһында һөйләнеләр, Совет майҙанында тантаналы оҙатыу кадрҙарын күрһәттеләр. Тәүҙә үҙем махсус хәрби операция зонаһына барырға теләгәйнем, ләкин йәшем арҡаһында алманылар, ти отрядты ойоштороусы Артур Йомағужин. Шул саҡта инде уға батальон төҙөү идеяһы килгән.

"Улар араһында депутаттар, үҙ эшен ябып, өс балаһын һәм ҙур йортон ҡалдырып киткән бизнесмен бар. Мин һәр саҡ әйтәм: кем беҙгә килгән, улар — Рәсәйҙең шәп улдары, Башҡортостандың ғорурлығы", — тине Йомағужин.

"Агроном" ҡушаматлы яугир һөйләүенсә, ул бер ҡасан да армияла хеҙмәт итмәгән, ҡулына ҡорал тотмаған. Ләкин күп балалы атай махсус хәрби операцияла ҡатнашырға тигән ҡарар ҡабул иткән.

Айгөл Ербуловаға рәхмәт. Был фильмды иламайынса ҡарап булмай. Беҙҙең Ватан һаҡсылары өсөн ғорурлыҡ күҙ йәштәре ул!

Автор:Гузель Салихова
 
https://vk.com/hakmar.gazeta
Автор:
Читайте нас в