16 мартта районда яҙғы ташҡын осоронда йәлеп ителеүсе көстәрҙең әҙерлеген тикшереү күнекмәһе уҙҙы. Унда эске эштәр, элемтә, мәғариф бүлектәре, янғын һүндереү, газ хеҙмәттәре, район үҙәк дауаханаһы, район ветеринария станцияһы, электр селтәрҙәре, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, район хакимиәтенең вәкилдәре һәм район ауыл биләмәләре башлыҡтара ҡатнашты.