

Муниципаль район хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе. Был турала муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итте.
“Район хакимиәте башлығының сәнәғәт һәм экология буйынса урынбаҫары вазифаһын Юлай Сәйфетдин улы Ибраһимов биләне. Юлай Ибраһимовтың эш тәжрибәһе сәнәғәт предприятиелары менән эшләүҙә, экология һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр мәсьәләләрен хәл итеүҙә талап ителәсәк. Унан алда был вазифаны Илдус Урал улы Әхмәтов алып барып, ул икенсе эшкә күсте. Уға яңы эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Муниципаль район хакимиәтенең эштәр идарасыһы итеп Салауат Факил улы Байсурин тәғәйенләнде.
Район мәғариф идаралығын Нияз Хәмзә улы Рыҫҡолов етәкләй.
Уларҙың барыһы ла иницативалы, идара итеү эшендә ҙур тәжрибәгә һәм ойоштороу һәләтенә эйә. Уларҙың барыһына ла билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа һәм районыбыҙҙың үҫеше өсөн башланғыстарында, яңы эш урындарында уңыштар теләйем”, тип хәбәр итте Рөстәм Динислам улы.