Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2023, 23:50

Хәҙер дарыуҙарҙы район ауылдары ФАП-тарында һатып алырға була

Ғәлиәхмәт, Аҡнаҙар һәм Маҡан ауылдарына дарыуҙар килтерелде. Тағы ла ҡайһы ауылдарҙа тәү сиратта кәрәкле дарыуҙар һатыласаҡ? Тулыраҡ һылтанма аша уҡығыҙ!

Хәҙер дарыуҙарҙы район ауылдары ФАП-тарында һатып алырға була
Хәҙер дарыуҙарҙы район ауылдары ФАП-тарында һатып алырға була

Тәүге сиратта кәрәкле дарыуҙарҙы хәҙер ауылда фельдшер-акушер пункттарында һатып алырға мөмкин. Әле дарыу препараттары Ғәлиәхмәт, Аҡнаҙар һәм Маҡан ФАП-на килтерелгән. Ошо көндәрҙә Ивановка табип амбулаторияһына ла дарыуҙар килтереү көтөлә.

Подольск һәм Ивановка ауылдарының табип амбулаторияларында,  Әбеш, Ғәлиәхмәт, Аҡнаҙар, Атингән, Әбүбәкер, Степной, Маҡан, Мәмбәт ФАП-рында дарыу препараттарын күмәртәләп һатыу ойоштороласаҡ.

Дарыуҙар буйынса табип амбулаториялары һәм фельдшер-акушер пункттарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Дарыуҙар рецептһыҙ бирелә. Бөтә ФАП-тар һәм табип амбулаториялары лицензияланған, медицина хеҙмәткәрҙәре өйрәтелгән.

ГБУЗ РБ Акъярская ЦРБ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: