

Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, химия һәм машиналар төҙөү сәнәғәте тауарҙары, туҡыма, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек, ҡағыҙ һәм металл әйберҙәр күберәк оҙатыла башланған. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы компанияларға ярҙам күрһәтелә. Былтыр төбәк ҡаҙнаһынан 85 миллион һум бүленгән. Аҡса ойошмаларға экспорт өсөн киткән транспорт сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға тотонолған.