Уның тиҙлеге урыны менән секундына 18-20 метрға етеүе ихтимал. Дауыл бөгөн төҙөлөш хәлендәге Әр-рәхим мәсетенә зарар килтереп тә өлгөрҙө. Бәхеткә, кеше ғүмерҙәренә зыян килмәгән. Көслө елдән манара көмбәҙҙәренең береһе ергә ҡолап төшкән, -тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы матбуғат хеҙмәте. Ҡотҡарыусылар дауыл ваҡытында айырыуса һаҡ булырға, ағастарҙы, яҡшылап беркетелмәгән ҡоролмаларҙы урап үтергә кәңәш итә.
https://vk.com/bstnews