Яңылыҡтар
14 Март 2023, 05:43

Бына тигән эшҡыуар ҙа, шәп әсәй ҙә, һөйөклө ҡатын да

Луиза Абыҙгилдина кеүек ныҡышмал, тырыш, сәмсел эшҡыуарҙарҙың киләсәге лә өмөтлө.

Бына тигән эшҡыуар ҙа, шәп әсәй ҙә, һөйөклө ҡатын даБына тигән эшҡыуар ҙа, шәп әсәй ҙә, һөйөклө ҡатын да
Бына тигән эшҡыуар ҙа, шәп әсәй ҙә, һөйөклө ҡатын да

Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып, ҡатын-ҡыҙ тәү сиратта әсә, хужабикә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы һанала. Әммә ир-ат менән бер рәттән, ҡайһы берҙә, хатта уларҙы уҙҙырып та, төрлө өлкәлә көс түккән гүзәл заттар бихисап. 

Район үҙәгендәге “Автозвук” магазины хужабикәһе - мөләйем йөҙлө, нескә күңелле, батыр йөрәкле Луиза Абыҙгилдинаны белмәгән кеше юҡтыр.

Шәхси эшҡыуар үҙ эшен асып бына инде байтаҡ йылдар тырышып эшләүсе ханым ул. Быйылғы йылда Луиза Абыҙгилдина республика кимәлендә үҙ эшен асҡан бихисап гүзәл заттар араһынан “Иң яҡшы эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ”  исемен яуланы. Бынан тыш, йыл һайын бихисап төрлө грамоталар, Рәхмәт хаттары менән билдәләнә уның эше.

Ошондай ҡыйыу һәм уңған замандашыбыҙ менән үҙ эшен асырға теләүселәр, баштан уҡ абынып-йығылмаҫ, уйынан кире ҡайтмаһын, башлаған эшен ташламаһын өсөн нимәләрҙе белергә тейеш һәм башҡа һорауҙар тураһында ошо өлкәлә тәжрибә туплаған замандашыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 9-сы һанында

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас