Яңылыҡтар
13 Март 2023, 05:17

Гөлдәр яратаһыңмы?

..

Гөлдәр яратаһыңмы?Гөлдәр яратаһыңмы?
Гөлдәр яратаһыңмы?

Яҙ көнө күптәребеҙ гөлдәр ултырта башлай. Гөл тиҙерәк тамырланһын өсөн уны һыуға тығып тороу күренеше бар.

 
 
Гөлдәр яратаһыңмы?
 
Гөлдәр яратаһыңмы?

Әммә ҡайһы ваҡыт тамырҙары матур ғына киткән үҫенте лә һауыттағы тупраҡҡа ултыртҡас, үҫә алмай йә иһә бөтөнләй үлә. Былай булмаһын өсөн бер ысул ҡулланырға мөмкин.

Үҫентене, ғәҙәттәгесә, тамыр ебәрһен, тип һыуға тығып ҡуябыҙ. Тамырҙар күренә башлағас, һауытҡа бер ҡалаҡ тупраҡ һалабыҙ. Тәүлек эсендә тамырҙар аҙ булһа ла тупраҡтағы  микроэлементтарҙы “йотасаҡ”. Икенсе көндө тағын бер ҡалаҡ...

Шулай көн һайын эшләргә кәрәк. Һауыттағы тупраҡ һаҙлыҡты хәтерләтә башлаясаҡ. Шуға ла һауыттың аҫтында тишек булырға тейеш. Тупраҡты һауыт тулғансы һалығыҙ. Тамырҙар нығынһа, үҫентене ҙурыраҡ һауытҡа күсерергә лә була.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Автор:
Читайте нас