Яңылыҡтар
9 Март 2023, 04:55

Иләс ауылында әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар конкурсы үтте

Ҡыҙыҡлы бәйгелә төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде

Иләс ауылында әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар конкурсы үттеИләс ауылында әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар конкурсы үтте
Иләс ауылында әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар конкурсы үтте

Иләс мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Яҙғы моңдар"исемле байрам концерты булып үтте. Кисәнең беренсе өлөшөндә "Әсәләр һәм ҡыҙҙар"конкурсы үткәрелде.


Конкурста  ҡатнашыусылар  «Визит карточкаһы һәм шиғыр һөйләү », “Минең ҡыҙым »,” "Әкиәт һөймәгән бер бала ла юҡ", “«Һорау-яуап» , “Театр” , реклама , “Ҡыҙымдың яратҡан салаты ”, мода" ITZY-Twenty. «Минең иң яғымлым, иң наҙлым …» әсәйҙәрҙең ҡыҙҙарына яғымлы һүҙҙәр әйтеүе , “Әсәйем-ҡәҙерлем "-- әсәйҙәрҙең ҡыҙҙарын тауышынан таныуы кеүек ярыштарҙа ҡатнашты.

 Ҡыҙҙар һәм әсәйҙәр өсөн конкурс бик ҡыҙыҡлы булды, ярыштар көсөргәнешле үтте. Һәр конкурс һөҙөмтәһе буйынса, конкурсанттар  бер-береһенең үксәһенә баҫып тиерлек килде. Жюри ағзаларына йомғаҡ яһар ваҡыт етте. "Йыл әсәһе һәм ҡыҙы"-- Сулпан һәм Диниә Тукбаевалар, “Иң сибәр әсәй һәм ҡыҙ ” --Мөнирә Шәрипова  һәм ейәнсәре Мәҙинә, “Иң наҙлы әсәй һәм ҡыҙ ”-- Әлиә һәм Әлмирә Мөхәмәдйәновалар, “Иң һөйкөмле әсәй һәм ҡыҙ”-- Гөлназ һәм Гөлиә Ҡырымғжиналар, “Иң шат әсәй һәм ҡыҙ ”-- Рүзилә һәм Айзилә Шәриповалар , “Иң яғымлы әсәй һәм ҡыҙ” тип Айгөл һәм Айгизә Фазлыевалар тип танылды.

Үҙешмәкәр артистар әҙерләгән концерт программаһы был көсөргәнешле минуттарҙы үткәреп ебәрергә ярҙам итте.

Илячевская Сельская-Библиотека

 

 

Автор:
Читайте нас